Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2020, 10:15

Рәсәйҙә Берҙәм һәм Төп дәүләт имтихандары буйынса навигатор барлыҡҡа киләсәк

Рособрнадзор сервисында IX һәм XI кластар уҡыусылары өсөн бушлай видеоконсультациялар, һынауҙарҙың демо – версиялары һәм башҡа имтиханға әҙерлек буйынса файҙалы мәғлүмәт тупланасаҡ.

Рособрнадзор етәксеһе Анзор Музаев әйтеүенсә, был ресурс дистанцион форматта белем алыусы уҡыусыларға айырыуса файҙалы буласаҡ. Сығарылыш уҡыусыларына был тренажерҙар ярҙамында имтихандар тапшырыуы күпкә еңелләшәсәк.
Навигатор декабрь башында әҙер булып тип көтөлә.
Читайте нас