Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2020, 15:25

Падемия осоронда кеҫә телефоны үтә зыянлы

Роспотребнадзор белгестәре иҫкәртә.

Кеше гаджетты ҡулынан төшөрмәй, ә ул йыш ҡына вирус һәм бактерия таратыусы булып тора.
Ни өсөн инфекция телефон аша йоғорға мөмкин?
— гаджетты ҡулға алған һайын ҡулдарҙы йыумайбыҙ;
— шылтыратҡанда телефонды биткә яҡын тотабыҙ;
— күп кеше боҙоло тип ҡурҡып, кеҫә телефонын таҙаламай;
— күптәр телефонды үҙе менән бәҙрәфкә алып йөрөй – унда төрлө бактериялар эләгергә мөмкин.
Телефон аша зарарланмау өсөн киләһе ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
  • Ҡулдарҙы һәр ваҡыт таҙа тоторға – йәмәғәт урындарында һәм бәҙрәфтә булғандан һуң, ҡулды йыуырға һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған салфетка менән ҡоротҡансы һөртөргә кәрәк.
  • Үҙегеҙ менән һәр ваҡыт еүеш салфетка, махсус шыйыҡса йөрөтөгөҙ. Улар ярҙамында ҡулдарҙы даими таҙалап торорға мөмкин. Киҙеүгә һәм ОРВИ-ға, коронавирусҡа ҡаршы спирт ҡушылған салфеткалар һәм антисептик ҡулланыу отошлораҡ.
  • Телефондың үҙен зарарһыҙландырыусы шыйыҡса менән таҙалап тороғоҙ, айырыуса биткә яҡын алған тыш яғын һөртөргә онотмағыҙ.Чехолы бар икән – уны сисеп алып, айырым эшкәртегеҙ. Быны кешеләр күп булған урынға барған һайын эшләргә кәрәк.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас