БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш неврологы Мансур Ҡотлобаев әйтеүенсә, тоҙ, шәкәр һәм май организмды ҡаҡшата, шуның өсөн был аҙыҡтарҙы ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк. Ә Остеопорозды иҫкәртеү һәм дауалау республика үҙәге етәксеһе Илфат Ғафаров һөйәктәр өсөн зыянлы булған бөртөклө ҡәһүә менән дә артыҡ мауыҡмаҫҡа кәңәш итә. “Оло быуын кешеләренә беҙ Д3 витаминын эсергә тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ ҡиммәтле биологик актив өҫтәмәләргә (БАД) лә аҡса түгергә кәрәкмәй”, – ти Илфат Ғафаров, ябай витаминдар ҙа шундай уҡ көскә эйә булыуын билдәләп.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш пульмонологы, саҡ ҡына ауырып торған осраҡта ла тиҙерәк табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген иҫкә төшөрә. «Медик булмағас, үҙегеҙҙең хәлегеҙҙе дөрөҫ баһалай алмайһығыҙ. Һис кенә лә үҙаллы дауаланыу менән шөғөлләнмәгеҙ”, – ти Лилиә Козырева.