Өйҙә дауаланғандар үҙ-үҙенә антибиотик билдәләп, уны контролһеҙ ҡулланып насар эҙемтәләргә, хатта үлемгә юлыға, тип яҙа “Российская газета”.
Сеченов университетының госпиталь терапияһы кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы Сергей Яковлев коронавирусты дауалағанда антибиотик ярҙам итмәүе бар, тип белдерә. Ковид – ул вируслы инфекция. Ә үҙ белдегең менән антибиотик ҡулланһаң, микробтарҙың тотороҡлоғон формалаштырырға һәм хәлде ҡатмарлаштырырға мөмкин.
Антибиотикка ихтияж бармы-юҡмы икәнлеген табип ҡына билдәләй ала, ғәҙәттә, ауырый башлағандан һуң 7-10 көн эсендә була. Әгәр ҙә белгес рецепт яҙҙы икән, тимәк, уны ҡулланырға мөмкин.