Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2020, 11:04

Гүзәл Яхинаның сираттағы китабы донъя күрәсәк

"Зөләйха күҙҙәрен аса" китабының авторы был юлы аслыҡтан интеккән балалар хаҡында яҙған.

Яҙыусы был хаҡта социаль селтәрҙә хәбәр итә.
“Ваҡиғалар 1923 йылда “Дзержинск поезы”нда бара. Аслыҡтан хәлһеҙләнгән балаларҙы хәллерәк губернияларға ташып, ошо рәүешле ҡотҡарған эшелондарҙы тап шулай тип атағандар. Алты аҙналыҡ сәфәргә сыҡҡан бер поезд тураһында һүҙ бара. Эшелон командиры – фронтовик һәм үтә изге күңелле ир. Ә балаларҙы оҙатып йөрөгән командир – ҡатын бәғерле ханым. Һәм биш йөҙләп бала, күбеһенсә етем-еҫер...
Был роман – сәйәхәт, роман – мажара. Ә төп мәғәнәһе – Волга буйындағы аслыҡ”, - тип яҙа Яхина.
Фото: Башинформ.
Читайте нас