Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2020, 15:54

Тажзәхмәттән үткән тәүлектә донъя ҡуйыусы ҡайһы яҡтан?

Коронавирустың республикалағы һуңғы ҡорбаны тураһында тулыраҡ:

Башҡортостанда тағы бер кеше һуңғы тәүлек эсендә тажлы зәхмәттән донъя ҡуйған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми мәғлүмәтенә яраҡлы, был республикала 68-се осраҡ.
Министрлыҡта белдереүҙәренсә, коронавирустың сираттағы ҡорбанына 67 йәш булған. Ул – Әлшәй районынан ҡатын кеше. Тажзәхмәттән тыш, ул мезентериаль ҡан тамырҙарының тромбозы, икенсе типлы шәкәр диабетынан яфаланған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирустың 67-се ҡорбаны ла Әлшәйҙән ине.
Коронавирус менән сирләүселәрҙең дөйөм һаны ла арта бара. Һуңғы тәүлек эсендә генә 116 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған.
Фото: pixabay.com
Читайте нас