Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноября 2020, 15:41

Рәстәм Нәбиев сирләп киткән

Был хаҡта билдәле блогер социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә.

Рөстәм Нәбиев Инстаграмдағы дуҫтарына был хәбәрҙе шаяртыу ҡатыш еткергән. Ул таж кейгән фотоһын һалған һәм: “Мин дә хәҙер король”, – тип яҙып һалған.
Нәбиев ауырыу билдәләре килеп сыҡҡас та тест тапшырған, блогерҙың шикләнеүе юҡҡа булмаған, анализ һөҙөмтәләре уның коронавирус йоҡтороуын раҫлаған. “Әлегә еҫ һиҙәм, тәм тоям, әммә бер аҙ башым ауырта. Көнөнә өс литр һыу, витаминдар һәм вирусҡа ҡаршы дарыуҙар эсәм. Йөрәк тибешен дә үлсәйем”, - тип яҙған Рөстәм Нәбиев.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас