Тормош булғас, кеше төрлө хәлдәргә ҡала. Депрессияға бирелгән ваҡыттар ҙа осрай. Шундай саҡта ҡара, һоро, буҙ төҫтәге кейемдәрең шкафта тора бирһен. Уларҙы әлеге мәлдә һис кенә лә кейергә ярамай. Ә, киреһенсә, кәйефеңде күтәреү өсөн сағыу төҫтәрҙе һайла. Эш өҫтәлеңдә үҙең өсөн ҡәҙерле әйберҙәрҙе – фотоһүрәттәр,сувенирҙар, сәскәләр ҡуй. Һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә йөрөгән алсаҡ дуҫтарыңа шылтырат. Улар күңелле ваҡиғалар, яҡшы яңылыҡтар һөйләп, кәйефеңде күтәрер. Шуны иҫеңдән сығарма: әгәр ҙә һин бер нәмә лә эшләмәй өйҙә ятһаң йәки ултырһаң, насар кәйефте бөтөрөп булмай. Мотлаҡ хәрәкәт итергә һәм нимәлер эшләргә кәрәк.