Иҫәпте беренсе булып беҙҙекеләр асһа ла, тәнәфескә 2:1, Төркиә командаһы өҫтөнлөгө менән туҡтаны. Ғөмүмән, Рәсәй футболсылары нисектер һүлпән сығыщ яһаған һымаҡ тойғо ҡалдырҙы. Бер нисә генә тәрбиәләнеүсеһе тырышып ҡараны әммә ул ғына етмәне. Икенсе осор башланыуға хужалар хатта өсөнсө туп индереп, өҫтөнлөгөн нығыта төшә. Беҙҙекеләр бер туп менән яуап бирһә лә, һөҙөмтәлә төркөм бәйгеһе башланғанынан алып, тәүгә отолдо. Шулай ҙа улар әлегә беренсе урынын һаҡлап ҡалды, сөнки икенсе урында килгән Венгрия командаһы Сербия менән 1:1 иҫәбенә таралышып, мөмкинлеген файҙалана алманы. Хәҙер улар икеһе лә 8-әр мәрәй яулап, беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә. Төркиә иһә, алты мәрәй менән, өсөнсө. Быйылғы йылда һуңғы төркөм осрашыуын, Рәсәй футболсылары, 18 ноябрҙә Сербия менән улар яланында уҙғарасаҡ.