Төбәктә яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың дөйөм һаны 12328-гә етте. Әлеге ваҡытта 1160 кеше был ауырыуға ҡаршы көрәшә. 319 кеше дауаханала квалификациялы медицина ярҙамы ала, шуларҙың 31-е — ауыр хәлдә. 841 ауырыу өйҙә амбулатор дауаланыу курсы үтә. Пандемия башланғандан алып 11101 кеше был сирҙән һауығып, аяҡҡа баҫҡан.