Өфө судтарының береһендә ултырыш барышында процесста ҡатнашыусы ҡатындарҙың береһе иҫен юғалтып ҡолаған. Был хаҡта суд приставтарының матбуғат хеҙмәтендә һөйләнеләр.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, ултырышта ҡатнашыусыларҙың береһенең туғаны иҫен юғалтҡан икән. Суд приставы хеҙмәткәрҙәренә тиҙ арала “ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡырырға тура килгән.
Табиптарҙың һүҙҙәре буйынса, ҡатын инсульт хәлендә булған, уны тиҙ генә дауаханаға алып киткәндәр.