Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2020, 08:30

Өфөләр СКА-ға һынау тотасаҡ

Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы ситтәге һуңғы осрашыуын Көнбайыш конференцияһы лидерҙарының береһе СКА хоккейсылары менән уҙғарасаҡ.

Ә инде быға тиклем ЦСКА клубына 5:3 иҫәбене отолғас, унан һуң «Динамо» (Мәскәү) уйынсылары менән уйнағайны. Төп ваҡыт 3:3 иҫәбенә тамамланғас, өҫтәмә ваҡытта Никита Сошников еңеү шайбаһын индереп, өфөләргә ике мәрәй килтерә.Әлеге юлаевсылар 33 мәрәй менән Көнсығышта бишенсе урынды биләй. Үҙебеҙҙә иһә, бәйге тик 20 ноябрҙә «Спартак» командаһы менән буласаҡ.
Фото:ТАСС
Читайте нас