Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2020, 08:14

БР Һаулыҡ министры ковид буйынса һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһынан 68-се үлем осрағы теркәлде.

Был хаҡта БР Хөкүмәтендәге опреатив кәңәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, пандемия башланғандан алып, республикала 12444 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Һуңғы тәүлектә тағы ла 116 кешенең был яман сирҙе йоҡтороуы асыҡланған.
Әлеге ваҡытта 318 кеше коронавирус диагнозы менән дауаханала ята, шуларҙың 32-һе ауыр хәлдә, алтауһы үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. Бөтә был ваҡыт эсендә 11110 кеше һауыҡҡан.
Фото:Яндекс.
Читайте нас