

Конкурстың ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, БР Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү идаралығы.
Еңеүселәргә приздар ҙа “елле”:
«Тамашасы һөйөүе призы» (социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү буласаҡ) — смартфон өсөн стабилизатор.
Талаптар:
Ролик 15 – 60 секундлыҡ булырға тейеш
Горизонталь төшөрөлгән
Авторҙы күрһәтеүсе титрҙар кәрәк
Реклама материалы тыйыла
Тапшырыу ваҡыты 10 декабргә тиклем.
fondbash@bk.ru почтаһына ғариза һәм конкурс эшенә ссылка (файлообменник) һалығыҙ. Хат башында «Работа на конкурс» тип яҙып, фамилияғыҙҙы күрһәтегеҙ.
Роликты, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының “Бәйләнештә” йә ”Инстаграм”дағы төркөмдәренә (vk.com/bash_fond, www.instagram.com/bash_fond) ҡуйғандан һуң, үҙегеҙгә күсерергә ярай. Һорауҙарығыҙ булһа ла, ошоларҙа белешергә мөмкин.