Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2020, 09:05

Бер минутҡа ҡалдырып булмай...

Кисә Учалы районының эске эштәр бүлегенә Магнитогорск ҡалаһынан килгән 25 йәшлек водитель-экспедитор ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.


Ул тауарҙы бушатҡан арала кемдер машина салонынан 20 мең һумлыҡ телефонын сәлдерә.
Тәфтиш-оператив төркөм видеокүҙәтеү камералары аша бурҙы асыҡлап, уны ҡулға алған.
Кешене талағаны өсөн ултырып сыҡҡан 40 йәшлек ирҙән смартфонды алғандар, тиҙҙән телефонды хужаһына ҡайтарасаҡтар.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас