Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2020, 06:15

Башҡортостанда йәштәр өсөн онлайн-форум үтә

IT тармағындағы инновацияларға арналған был сара 23 - 25 ноябргә билдәләнгән.

Форум "Цифрлы иҡтисад" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк, ти ойоштороусылар.
БР Дәүләт идараһын цифрлы үҫтереү министрлығынан белдереүҙәренсә, онлайн рәүештә үтәсәк форумда студенттар, йәш ғалимдар, инноваторҙар ҡатнаша ала. Улар менән эксперттар осрашасаҡ, бушлай консультация ла ойошторола.
Темалар ҡыҙыҡ:
хай-тек маркетинг;

инновацион продукцияны һатыу;

хоҡуҡи мәсьәләләр;

IT-проекттарға булышлыҡ итеү;

стартап презентациялары.

Сараға теркәлеү бушлай: https://regionalnaya-akseleatsion.timepad.ru/event/1480507/.
Форума 23 ноябрҙә 10.00 сәғәттә асыла.
Белешмә өсөн телефон: 8(347) 294-90-02.
Фото: БР Дәүләт идараһын цифрлы үҫтереү министрлығы.
Читайте нас