Конкурсты РФ Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған. Сараның маҡсаты итеп ҡулланыусыларҙы Рәсәй ашамлыҡтарының күп төрлө тәме менән таныштырыу һәм төбәк брендтарының үҫеш мөмкинлеген күрһәтеү алынған. Бынан тыш, унда агросәнәғәт өлкәһендәге кесе һәм уртаса бизнес ҡаҙаныштары, ауыл биләмәләренең ҡайһы юҫыҡҡа үҫешкә маҡсаттар күренәсәк.
Беҙҙең республика аграрийҙары ярышта башҡорт балы, ҡаҙы, ҡаҡланған страус филеһы кеүек ашамлыҡтар тәҡдим иткән.
Ярышҡа ғаризалар ҡабул итеү 9 ноябрҙә тамамланған. 19 ноябрҙән 9 декабргә тиклем халыҡ тауыш биреүе ойошторола - унда һәр кеше үҙенә оҡшаған ризыҡты һәм төбәккә ярҙам итә аласаҡ. Финалсылар һигеҙ номинацияла билдәләнәсәк. Аҙаҡтан РФ Ауыл хужалығы министрлығы Рәсәй тәмдәренең күләмле картаһын төҙөйәсәк һәм ватан уникаль аҙыҡ-түлегенә комплекслы ярҙам итеүгә һәм таратыуға программа ҡабул итәсәк.
Фото: Т.Аманов