Фильм тәү тапҡыр 7 сентябрҙә Венеция кинофестивалендә күрһәтелде һәм баһалама ағзаларының махсус призына лайыҡ булды. Сюжет партия ағзаһы һәм ата коммунист Людмила Ростов өлкәһендә забастовкаға сыҡҡан эшселәргә ут асыуҙарына шаһит була. Һәм власҡа ҡарата ҡарашы ҡырҡа үҙгәрә. Етмәһә был көндө майҙанда ҡатындың ҡыҙы юғала.
Төп ролдәрҙе Юлия Высоцкая, Юлия Бурова, Сергей Эрлиш, Андрей Гусев, Владислав Комаров, Иван Мартынов һәм Дмитрий Костяев уйнай.