Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2020, 04:41

Ҡурай еләге һабаҡтарын бөгөргә һуңмы?

Быйыл ауырыу сәбәпле, ҡурай еләге ҡыуаҡтарын бөгөп өлгөрмәнем. Ноябрҙә был эште башҡарырға мөмкинме? Ғөмүмән, был тәрбиә мөһимме һәм уны нисек итеп дөрөҫ башҡарырға? Нурислам БАЛҒАЗИН.Ейәнсура районы.

Был эште һалҡындар башланғансы башҡарырға кәрәк: ҡурай еләге һабаҡтары һығылмалы була, япраҡтары еңел ҡойола. Бөгөлгән һабаҡтарҙы беркетеүҙең бер нисә ысулы бар. Мәҫәлән, уларҙы ҡапма-ҡаршы бөгөп, 2 – 3 урындан ныҡлы бау менән бәйләп ҡуйырға мөмкин. Йәки бер ҡыуаҡ һабаҡтарын икенсеһенең төбөнә бөгәләр.
Ҡурай еләге һабаҡтарын бөгөргә кәрәкме, тигән һорауға уның сортына ҡарап, тип яуап бирәбеҙ. “Беглянка”, “Киржач”, “Новость Кузмина”, “Скромница” сорттарына был мотлаҡ түгел, сөнки уларҙың бөрөләре 35 градуслы һыуыҡтарға ла сыҙам була. Ә бына наҙлы ҡыуаҡтарҙы йыл һайын бөгөп тороғоҙ.
Ҡыуаҡтың уңышы көн торошона ла бәйле. Ҡыштың ниндәй булыры алдан билдәһеҙ, шуға күрә һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк. Ҡурай еләге тамырҙары 20 градус һалҡындарға сыҙам. Ә бына төбөнә 6 – 8 см ҡалынлығында серетмә һалһағыҙ, уларға сатлама һыуыҡтар ҙа ҡурҡыныс түгел. Етмәһә, был ысул икенсе йылға мул уңышҡа ла булышлыҡ итә.
Ғәҙәттә, ҡабат емеш биреүсе ҡурай еләгенең (ремонтант сорттар) барлыҡ һабағын да төбөнән үк киҫеп алырға кәрәк. Быны тотороҡло һыуыҡтар башланғас һәм ерҙең өҫкө ҡатламы туңғас, ноябрь башында эшләргә кәңәш итәбеҙ.
Фото: Т,Аманов
Читайте нас