Кисә Башҡортостандың бер нисә матбуғат баҫмаһында Черниковка урамдарының береһендә бер ирҙең 10 йәшлек баланы көсләүе тураһында мәғлүмәт таралды. "Башинформ" хәбәр итеүенсә, был хәл башҡаса булған.
Бер ҡатын полиция бүлегенә шылтыратып, урамда минең 10 йәшлек ҡыҙыма билдәһеҙ ир һөжүм иткән, тип хәбәр итә. Уның һүҙҙәренсә, ғәйепләнеүсе ҡыҙҙы көсләргә маташҡан. Хоҡуҡ һаҡсылары ғаризаны ҡабул итеү менән эш аса.
Әммә тикшереү барышында Өфө йәшәүсеһенең бындай енәйәт ҡылмауы асыҡланған.
«Ул урамда хәжәтен үтәп торған. Иҫерек булған һәм үҙенең янынан үткән ҡыҙҙы күрмәгән. Уҡыусыға ҡарата бер ниндәй ҙә аҙғынлыҡ ҡылмаған», - тип хәбәр иткән хоҡуҡ һаҡсылары.