Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2020, 16:11

-25 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

Ошо көндәрҙә республикала ҡыш һыуығы килеүе көтөлә.

Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итеүенсә, бөгөн, 15 ноябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә термометр -13,-18 градус күрһәтәсәк, урыны менән -20,-25 градусҡа тиклем һыуытасаҡ.
Иртәгә, 16 ноябрҙә, шулай уҡ ҡар яуыуы көтөлмәй. Елдең йүнәлеше үҙгәреүсән, көсһөҙ буласаҡ. Һауа температураһы төндә -18,-25 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ -8,-13 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Көнсығыш райондарҙа көндөҙ ҙә төндәге кеүек, -18 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас