Ул үҙе генә бер ҡосаҡ республика һәм Рәсәй баҫмаларына яҙылыу етмәгән, яҡташтары араһында республика гәзит-журналдарына яҙылыу марафонын башлап ебәргән.
Марс эстафетаны ауылдашы Йәзилә Ишбулды ҡыҙына тапшырып, "Йәшлек", "Башҡортостан ҡыҙы" һәм "Осҡон"ға яҙылырға тәҡдим иткән.
Йәзилә Ҡәнәғәтова эстафетаны ҡабул итеп, үрҙә телгә алынған баҫмаларға яҙылып та ҡуйған! Республика матбуғатына яҙылыу марафонын дауам итеп, эстафетаны Әбйәлил һылыуы, хәҙерге ваҡытта баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе Гүзәлиә Сәлим ҡыҙына тапшырған.
Ай, афарин, әбйәлилдәр! Рәхмәт рухлы кешеләребеҙгә! Эш менән күрһәтә туған телгә, милли баҫмаларға һөйөүҙе!