+24 °С
Дождь
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноября 2020, 16:44
Эшҡыуарҙарға ярҙам
Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына махсус займдар бирелә башланы. Уны нисек алырға?
Пандемияға бәйле, илдәге ауыр иҡтисади осорҙа дәүләт бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙа. Бигерәк тә эште башлаған осорҙа микрокредит юлларға мөмкин. Әммә быны халыҡты бурыс һаҙлығына батырған микрофинанс ойошмалары менән бутарға ярамай. Йүнселдәргә аҡса киреһенсә, түбән проценттар менән бирелә.
“Бизнес башлағанда алынған мөлкәтте залогҡа һалыу шарты менән 500 мең һумға тиклем аҡса бирәбеҙ. Рефинанслау ставкаһының өстән ике өлөшөнән сығып беҙҙең процент ставкаһы билдәләнә. Был яҡынса 3 процент самаһы. Бынан тыш бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙам сараһы булараҡ гарантия йөкләмәләрен бирәбеҙ. Уның процент ставкаһы йыллыҡ 1 процент. Йәғни, һеҙ әле 1 миллион һум гарантия алһағыҙ, йылына 10 мең арттырып түләргә тура киләсәк”, – тип хәбәр итә Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы етәксеһе Рәмил Хисмәтуллин.
Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, микрокредитҡа иң тәүҙә тауар етештереү һәм халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнгән предприятиелар дәғүә итә ала. Белгестәр, фекеренсә, ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа халыҡҡа эш урындары булдырыу шарт.
Микрофинанслау шарттары һәм офистарҙың адрестары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте
www.centerrb.ru
сайтынан табырға мөмкин.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"