Бөгөн-иртәгә, 14 һәм 15 ноябрҙә, һауа торошоноң ҡырҡа һыуытыуы көтөлә. “Башгидрометүҙәк” белгестәре әйтеүенсә, республикаға ҡышҡы һыуыҡтар киләсәк һәм шул сәбәпле һауа температураһы һиҙелерлек төшәсәк.
Бөгөн, синоптиктарҙың мәғлүмәтенә яраҡлы, урыны менән бер аҙ ҡар көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан, уртаса. Һауа температураһы төнөн - -8,-13°, урыны менән -16,-21°, көндөҙ -5,-10°, урыны менән -15° тиклем.
Иртәгә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ көнсығыштан, уртаса. Һауа температураһы төнөн -8,-10°, алыҫ райондарҙа -14° тиклем, көндөҙ -7,-9°.