Перьм крайында башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлау һәм яҡлауҙы уңышлы алып барған өс кешегә «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы тапшырылды. Улар - төбәк башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Замира Ғәбделбарова, уның урынбаҫары Руслан Шәрипов һәм Барҙы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Әнисә Мәүликаева.
Барҙы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Сәрия Уразбаеваға, Пермь районының Башҡултай ауылы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаиль Сәйҙәшевҡа, Куедин районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлиә Сафинаға БДБҠ-ның Маҡтау грамоталары бирелде.