2021 йылда космосҡа осасаҡ туристар Axiom Space компанияһы менән килешеүгә ҡул ҡуйған. Өс сәйәхәтсене бер NASA астронавты оҙатып йөрөйәсәк. Донъяны пандемия баҫып алған осорҙа альтернатив туризм мәсьәләһе киҫкенләште. Ҡалын кеҫәлеләр, планета буйлап сәйәхәт итеү тыйылғас, космос киңлектәрен үҙләштермәксе. Тик сәйәхәтсе бик күп аҡсанан тыш, ҡоростай һаулыҡ һәм йыһанға әҙерләнеү өсөн ярты йыл буш ваҡытҡа эйә булырға тейеш.