Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2020, 15:15

Ялған брокер компанияһына ышанып...

Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 32 йәшлек ир интернетта брокер компанияһы сайтына юлығып, инвестициялар менән ҡыҙыҡһынған.

Ир компанияға яҙып ебәргәс, уға брокер компанияһынан ҡатын яуаплаған, ҡыҙыҡлы программа тәҡдим иткән: йәнәһе лә, индерелгән сумма ҡыҫҡа ваҡыт эсендә икеләтә арта.
Ир сайтта теркәлгәс, телефонына аҡса күсерер өсөн карта номеры күрһәтелгән смс-хәбәр килгән. Тәүге индергән иғәнәнең суммаһы 12 мең һум булған.
Артабан иғәнәләрҙең суммаһы артып, ир ебәргән аҡсалар 600 мең һумдан ашып киткән.
Ошонан һуң иргә, икеләтә артҡан аҡсағыҙҙы иртәгә аласаҡһығыҙ, тип хәбәр иткәндәр.
Әммә бер көн үткәс тә, бер аҙнанан һуң да ир аҡсаларҙы көтөп ала алмаған, ә компания сайты ябылған була. Шунан һуң ғына муттарҙың ҡорбаны полицияға мөрәжәғәт итә.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, тип Октябрьский ҡалаһының ЭЭМ бүлегенән Юлия Венюкова яҙа.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас