

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына киң мәғлүмәт сараларының мөрәжәғәттәренә нигеҙһеҙ рәүештә битараф ҡалған чиновниктарға штраф күләмен 50 мең һумға тиклем, шулай уҡ граждандарҙың үтенестәренә иғтибар итмәгән өсөн 10 мең һумға еткереүгә арналған закон проекты индерелгән.
Документтың авторы - “Ғәҙел Рәсәй” партияһы вәкилдәре.
Әле лә штрафтар бар ул. Әммә бик әҙ. Партия лидеры Сергей Миронов белдереүенсә, 5 – 10 мең һум штраф түрә өсөн бер ни түгел. Шуға ла журналистарҙың күп һорауы яуапһыҙ ҡала.
Әлеге закон проекты РФ Журналистар союзы менән берлектә эшләнгән. Штрафтарҙың артыуы киң мәғлүмәт сараларының абруйын да күтәрер, демократик йәмғиәтте үҫтереүгә лә булышлыҡ итер ине, тигән фекерҙә “Ғәҙел Рәсәй” депутаттары.
Фото: РИА-Новости.