Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2020, 16:55

Кушнаренко районында кескәйҙәр өсөн һут һәм джемдар етештерелә башлаясаҡ

"ФрутоНяня", "Агуша"лар урынына үҙебеҙҙеке буласаҡ.

Кисә Хөкүмәт йортонда үткәрелгән «Инвестиция сәғәте»ндә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендәге яңы проекттар ҡаралды.
Кушнаренко районынан «Столыпин» емеш-еләк хужалығы етәксеһе Радмир Ғәлиев яңы ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү үҙәгенең проекты таныштырҙы. Эшҡыуар билдәләүенсә, яңы предприятие Башҡорт дәүләт аграр университеты белгестәре менән берлектә булдырыласаҡ. Проекттың дөйөм хаҡы 100 миллион һум тирәһенә баһалана.
Кәңәшмәлә эшҡыуарҙың ниәтен бойомға ашырыу өсөн һалым ташламаһы биреү, инвестиция кредиты буйынса процент ставкаһын ҡаплау хупланды. Радий Хәбиров балаларға тәғәйенләнгән продукцияны етештереүҙә һис сикһеҙ ярҙам күрһәтеү кәрәклеген белдерҙе. «Был тәрән эшкәртеү. Республикала «Һөт кухнялары» нөктәләре аша сифатлы балалар аҙығын таратырға мөмкин», – тине Башҡортостан башлығы.


"Столыпин" агросәнәғәт комплексы 2012 йылдың июнь айында асылған. Предприятие көнбағыш, төшлө культураларҙы үҫтереү менән шөғөлләнә. Уҙған йылда уның йыллыҡ килеме 6 миллион һумдан ашып киткән.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас