Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноября 2020, 11:41

Коронавирус таратыусы хәүефле төркөмгә кемдәр инә?

Ковид сирен үткәргән һәм битлек кейеүҙән баш тартыусылар - иң ҡурҡыныс кешеләр.

Был хаҡта РФ-ның атҡаҙанған пульмонологы, профессор, медицина фәндәр докторы Александр Карабиненко белдерҙе.
"Коронавирус менән ауырып терелгән кеше битлекһеҙ йөрөргә тейеш түгел. Улар инфекция тарата, сөнки йүнәлгәндән һуң да вирус юғары һулыш алыу юлдарында йәшәүен дауам итә. Терелеп алғас, миңә бүтән сир янамай, тип битлектән баш тартырға ярамай. Тирә-йүндәгеләр хаҡында ла уйларға кәрәк", - ти табип.
Читайте нас