National Geographic халыҡ-ара журналында Екатеринбург фотографы Василий Яковлевтың фотоһүрәте баҫылып сыҡты, унда Башҡортостандың ҡош бейеклегенән төшөрөлгән күркәм тәбиғәтен күрергә мөмкин. Инстаграмға фото 9 ноябрҙә ҡуйылған.
"Был фото көҙ көнө фототурым барышында Ейәнсура районында төшөрөлдө. Тәбиғәт яҡтылыҡ һәм рельеф ярҙамында барыһын да үҙе эшләне, мин дрон менән ошо мәлде төшөрөп кенә алдым", – ти автор.