Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2020, 13:18

Быйыл милли батырыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 130 йыл тула

Ошо уңайҙан Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар, район халҡы араһында түбәндәге йүнәлештәр буйынса видео (фото) - флешмобтар иғлан итә.


1. Әхмәтзәки Вәлиди тураһында шиғри майҙан флешмобы;

2. Әхмәтзәки Вәлиди тормошо һәм ижадына арналған презентациялар;

3. "Мин Вәлиди нәҫеленән" (шәжәрәләр фотоһы);

4. Әхмәтзәки Вәлиди тормошо һәм ижадына арналған дәрестәр;

5. Әхмәтзәки Вәлиди тормошо һәм ижадына арналған саралар;

6. "Зәки – Башҡортостан терәге" эссе;

7. Һүҙ рәссамдарға: "Беҙҙең милләтебеҙ аҡтамыр киҫәге" (һүрәттәр флешиобы).

Видеояҙмалар, фотоларҙы "Бәйләнештә" социаль селтәрендә түбәндәге адрес буйынса https://vk.com/club181237866 #ӘхмәтзәкиВәлидигә_130 исеме аҫтында урынлаштырабыҙ.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас