Ниһайәт, боҙ ҡуҙғала башланы... Республика Хөкүмәте ДОМ.РФ дәүләт корпорацияһы ярҙамында Миловка паркы халҡының проблемаһын хәл итте – 1500 ғаилә үҙ йортона күсте.
“БР төҙөүселәренең өлөшсөләр алдындағы бурыстарын көйләү фонды”ның генераль директоры Дамир Миңлебаев әйтеүенсә, республикабыҙ ике төбәктән (Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан) һуң өсөнсө булып, шундай ҙур ярҙамға эйә булған. Шулай уҡ Өфөнән тыш, башҡа ҡалаларҙағы алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында федераль фондҡа документтар ебәрелгән, әлегә яуап көтөлә.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов, республика бюджеты ярҙамында Өфө районының Яңы Булгаков ауылындағы торлаҡ проблемалары хәл ителде, тип хәбәр итте. Әлеге ваҡытта унда төҙөлгән 14 йорттоң береһе, шулай уҡ 11 таунхаус тапшырылмай ҡалған. Йыл аҙағынаса күп ҡатлы йорт фтөҙөлөп бөтәсәк, ә таунхаус хужаларына аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк, тине министр урынбаҫары..
Шулай уҡ федераль фонд Затондағы “Интеграл”, “Башинвестдом” һәм “ИнвестКапиталСтрой” ойошмаларының йорттарын төҙөп бөтөргә ҡарар иткән. Стәрлетамаҡтағы “ЕТЗК” компанияһының өлөшсөләренә компенсация түләнәсәк. Дамир Миңлебаев билдәләүенсә, бының өсөн күп кенә ваҡыт талап ителә, һәр объект буйынса 42 пакет документ йыйырға кәрәк. Унан һуң подрядсы ойошмалар араһында конкурс үткәреләсәк, еңеүсе компания 3-4 айҙан ғына төҙөлөштө башлаясаҡ.
2021 йылдың I кварталында Нефтекамалағы өлөшсөләрҙең мәсьәләһе хәл ителәсәк һәм Өфө районы Миловка ауылындағы “Серебряный ручей” ойошмаһының йорттары төҙөлөп бөтәсәк.
Дөйөм алғанда, һуңғы ике йылда республикала 2945 алданған өлөшсө яңы йортҡа күскән. Тағы ла 7578 ғаилә (125 проблемалы йорт) үҙ мәсьәләһенең хәл ителеүен көтә. Сығыш яһаусылар әйтеүенсә, 2023 йылдың аҙағына тиклем барлыҡ проблемалар юҡ ителергә тейеш.