Ул директорҙың кафела бушлай ашай торған шәхси промокодын белеп ҡалған. Нәҡ уның ярҙамында көн дә пиццаға заказ биргән.
Омск пиццерияларының береһендә сит кешенең мутлашыуын тәүҙә аңламағандар. Шикләнә башлағас, камералар ярҙамында "пицца яратыусыны" асыҡлағандар.
25 йәшлек ир кассирҙың һөйгәне булып сыҡҡан. Ул был кафела йыш булған, бер көндө осраҡлы рәүештә директорҙың 100 процент ташламаға эйә промокод менән заказ яһағанын ишетеп ҡалған.
Һөҙөмтәлә, ир 50 мең һумлыҡ пиццаны бушлай ашаған. Бөгөн уны 5 йылға яҡын төрмә көтә.
Тамаҡ тамуҡҡа илтә тигәндәре шул инде.