Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2020, 15:00

1 декабрҙә мөлкәткә һалымдарҙы түләү тамамланасаҡ

Әле был датаға тиклем 17 көн ҡалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - ФНС системаһында түләүҙәр 10 көн дауамында теркәлә. Шуға күрә лә киләһе аҙнала һалым бурысын ҡаплауығыҙ һорала. "Аҙаҡтан түләрмен әле", - тип әйтмәгеҙ. Агәр ҙә ай аҙағына тиклем һуҙғағыҙ, пенялар китәсәк. Унан тыш мөлкәткә арест һалыу, сит илгә сығыуҙы тыйыу, эш хаҡын тотоп ҡалыу кеүек үтә күңелһеҙ процедураларҙы ла ҡулланыуҙары бар. Тулыраҡ:

Бурыстарығыҙҙы Рәсәй ФНС-ы сайтында (https://lkfl.nalog.ru/); Суд приставтарының федераль хеҙмәтендә - (http://www.fssprus.ru/iss/ip/); "Гусуслуги" аша www.gosuslugi.ru. белергә мөмкин. Бығаса почта аша извещение хаты ла килергә тейеш.
Тулыраҡ мәғлүмәт Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында бар - www.nalog.ru.

Фото: Т.Аманов
Читайте нас