

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы автомобилдәге дарыу ҡумтаһы буйынса яңы талаптар ҡабул итте. Хәҙер унда дарыуҙарҙың булыуы шарт түгел, ә бына түбәндәгеләр мотлаҡ ятырға тейеш.
1. Иң кәмендә ике битлек;
2. М үлсәменән кәм булмаған бирсәткәләр;
3. Яһалма һулыш алыу аппараты;
4. Ҡанды туҡтата торған жгут;
5. 5 метр оҙонлоҡта һәм 10 сантиметр киңлектәге дүрт марля бинты;
6. 7 метр оҙонлоҡта һәм 14 сантиметр киңлектәге өс марля бинты;
7. Стерилле салфетка
8. Лейкопластырь (2х500 см);
9. Ҡайсы;
10. Беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса инструкция;
11. Быларҙың барыһын да һалыу өсөн футляр.