Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2020, 11:15

Владимир Путин ядро көстәре менән идара итеү системаһын нығытырға ҡушты

Рәсәй Президенты Оборона министрлығы, оборона-сәнәғәт комплексы етәкселәре менән Ҡораллы Көстәрҙә яңы идара системаһы мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Ядро ҡоралы менән идара итеү стратегик бурыс булараҡ ҡаралды.

Путин белдереүенсә, һуңғы ваҡытта ядро ҡоралы системаһының идара элементтары юғары кимәлдә ҡаралһын өсөн күп нәмә эшләнде. Һүҙ идара пункттары тураһында.

Бөтә нәмә иң заманса булырға тейеш, ти беҙҙең етәкселек. Шул уҡ ваҡытта ябай һәм ышаныслы ла: тап Калашников автоматы кеүек.

- Өс нәмәгә айырыуса иғтибар итергә кәрәк: беренсенән, идара итеү системаһы оҙаҡҡа сыҙаһын. Сөнки хәрби шарттарҙа күп нәмә уларҙы эш торошонда тотоуға бәйле. Йәғни, беҙгә абсолют һаҡланған идара пункты талап ителә. Әйтеүҙәренсә, ул эш тамамланып килә.

Икенсенән, идара системаларының һәр компоненты һөҙөмтәле эшләргә тейеш. Өсөнсөнән, ядро көстәре менән идара итеү системаһы өҫтөндә эште туҡтатмаҫҡа. Бөгөн улар ни тиклем генә заманса булһа ла, иртәгә һәм иртәнән һуңға нимә буласағын күҙалларға тейешбеҙ, - тип һөйләне ил Президенты.

Бик етди нәмәләр бит был. Хатта, әллә һуғышҡа әҙерлек барамы икән, тип тә уйлап ҡуяһың. Донъя хәлен белеп булмай, тигән ишараны гел әйтеп торалар шул...

Фото: Кремлин.ру

Читайте нас: