Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздарын 13 ноябрҙән һәм 6 февралгә ҡәҙәр дистанцион уҡытыуға күсерә. Был хаҡта министрлыҡ етәксеһе Валерий Фальков бойороғона һылтанма менән ТАСС хәбәр итә.
Документта шулай уҡ төбәк вуздарына, санитар-эпидемиологик хәлдән сығып, шундай уҡ ҡарар ҡабул итергә кәңәш ителгән. Университет етәкселәренә онлайн-форматта ҡышҡы сессияларҙы үткәреүҙе һәм студенттарға өҫтәмә матди ярҙам күрһәтеү сараларын ойоштороу ҡушылған.
Бынан тыш, мәғариф учреждениеларының санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәлеше тикшерелә.