Үткән тәүлектә пневмония менән ауырыусылар буйынса (337 кеше) республикала рекорд ҡуйылғайны. Бөгөн иһә тағы ла 315 кешенең был сир менән ауырыуы асыҡланған.
БР Һаулыҡ Һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә был диагноз менән 321 кеше дауаханан өйҙәренә ҡайтарылған.
Алда хәбәр итеүебеҙсә, пандемия башланғандан алып коронавирус менән зарарланыусылар һаны 12 меңгә яҡынлаша.