Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2020, 14:07

Күңел асыу саралары тыйылды

Яңы йылда Шыршы байрамы кеүек күмәк саралар уҙғарылмаясаҡ.

Мәскәүҙә 13 ноябрҙән алып 15 ғинуарға тиклем күмәк мәҙәни саралар тыйылды. Саралар ойоштороуға аҡса сарыф ителмәһен өсөн алдан уҡ киҫәтелде.
"Яңы йыл - ғаилә байрамы. Күптәр уны яҡындары менән өйҙә ҡаршы ала", - тине Мәскәү мэры Сергей Собянин.
Иртәгәнән башлап, ресторан, кафе, төнгө клуб, караоке һәм барҙар төнгө 11-ҙән таңғы алтыға тиклем эшләмәйәсәк. Шулай уҡ Яңы йыл төнөндә барлыҡ күңел асыу урыны бикле булырға тейеш.
Вуз һәм колледж студенттары дистанцион форматта белем аласаҡ, әйткәндәй уларҙың транспорт карталары әлегә ғәмәлдә түгел. шулай уҡ театр, кино һәм концерт залдарында бер юлы 25 - тән артыҡ тамашасы йыйылырға тейеш түгел.
Был сикләүҙәр беҙгә килеп етмәҫ тимә...
Читайте нас