Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2020, 06:25

Ирәмәлгә күтәрелгәндә 13 йәшлек ҡыҙ һәләк булған

Фажиғә Белорет районының Ирәмәл тәбиғи паркы биләмәһендә була.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хәбәр итеүенсә, яңыраҡ Ҡазандан килгән бер төркөм турист тәбиғи парк биләмәһендә аҙаша. Уларҙы саҡ табалар. Туристар араһындағы 32 йәшлек ҡатын һәм уның бәләкәй улы аяҡтарын туңдырып, ауыр хәлдә Силәбе өлкәһендәге дауаханаға оҙатыла. Үлгән 13 йәшлек ҡыҙҙың мәйете яҡындағы Һатҡы ҡалаһындағы мәйетханаға оҙатыла.
Әле был хәл буйынса тикшереү эше бара.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас