Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2020, 07:35

Борайҙар сәләмәт тормош яҡлы

Борай районының Таңғатар ауылында йәшәүсе оло быуын вәкилдәре физкультураны үҙ итә. Әүҙем тормош алып барыу оҙон ғүмергә булышлыҡ итә, ти улар.

Ауылда “Йәшлек” клубы эшләп килә. Уның ағзалары яҙ, йәй миҙгелдәрендә велосипед менән көнөнә 20 саҡрым үтә. Шулай уҡ скандинав йөрөшөн дә яраталар. Көнөнә 1,5 -3 сәғәт ошолай атлау һаулыҡҡа ныҡ йоғонто яһай, ти клуб ағзалары.
Улар фекеренсә, иң мөһиме – ялҡауланмау һәм үҙ һаулығыңа битараф булмау.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас