Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2020, 08:50

"Апимондия" конгресы киләһе йыл булмай

2021 йылда беҙҙә “Апимондия” ҡортсолар ассоциацияһы федерацияһының 47-се халыҡ-ара конгресы үтергә тейеш ине. Ошо көндәрҙә башҡарма комитет ултырышында ул ҙур сараның күсерелеүе тураһында хәбәр ителде.

Сәбәбе – коронавирус инфекцияһы таралыу арҡаһындағы эпидемиологик хәл-тороштоң ҡатмарлы булыуы.

Һөйләшеү видеоконференция рәүешендә барҙы. “Апимондия” федерацияһы президенты Джефф Петтис, вице-президенты Питер Козмус, Рәсәй яғынан, 47-се конгрестың башҡарыусы секретары булараҡ, БР Хөкүмәтенең Рәйесенең беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов ҡатнашты.

Конгресс киләһе йыл йәй беҙҙә үтергә тейеш ине. Умартасылар ассоциацияһына 80 ил вәкилдәре инә. Уларҙан һорашыу ойошторғандар һәм күпселеге йыйынды 2022 йылға күсереү тәҡдимен хуплаған. Конгресс Өфөлә ике йылдан көҙ көнө буласаҡ.

Фото: ТАСС.

Читайте нас