Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноября 2020, 15:41

Табиптарға – ярты тонна бал!

Мәкерле сир менән көрәштең алғы һыҙығында булған аҡ халатлыларға ошондай күстәнәс тапшырылды.

"Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең ирекмәндәр үҙәгенән ярты тонна шифалы аҙыҡ төбәк дауаханаларына оҙатылды. "Табиптарға хөрмәт менән" проектына ярашлы ойошторолған акция 39 ковид-госпиталгә бүләктәр оҙатыу ҡаралған. Быға тиклем табиптарға аҙыҡ-түлек һәм шәхси гигиена әйберҙәре таратылғайны.
— Табиптарға аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк яраҡтар менән һәр кем ярҙам итә. Беҙ шулай уҡ шәхси гигиена тауарҙары, иң кәрәк булған әйберҙәрҙе алып барҙыҡ. Был ярҙам сауҙа ойошмалары менән берлектә күрһәтелә. 350 кибет табиптарға ярҙам итеүгә ҡушылды, - ти "Берҙәм Рәсәй" партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас