Юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға йәнә үҙгәрештәр индерелде. Ошоға ярашлы, коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы менән берлектә 18 йәше тулмаған балаларҙы сауҙа үҙәктәренә индермәҫкә тигән ҡарар ҡабул ителде. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына ошо ҡағиҙәнең үтәлешен күҙәтеү бурысы йөкмәтте.
Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығының бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлеге сауҙа үҙәктәрендә рейд ойошторҙо. Һөҙөмтәлә 18 бала тотолған, улар ата-әсәһеҙ магазиндар буйлап йөрөгән. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек инспекторы улар тураһында мәғлүмәтте теркәп алған һәм үҫмерҙәр уҡыған мәғариф учреждениелары менән бәйләнешкә сыҡҡан. Асыҡланыуынса, уҡыусыларҙың быға тиклем тәртип боҙғаны булмаған, шуға күрә инспекторҙар иҫкәртмә яһау менән сикләнгән. Икенсе тапҡыр уҡыусыларға протоколдар төҙөләсәк.
Ошондай рейдтар көн дә уҙғарыласаҡ. Ғөмүмән, Стәрлетамаҡта муниципаль һәм дәүләт учреждениеларының 70 проценты санитар-эпидемиолоик талаптарҙы үтәй.