Социаль хеҙмәткәр булып фатирға килеп ингән ир, пенсионерҙарға берәр мең һум аҡса түләнә, тип алдаған.
Биш мең һумлыҡ купюраны хужабикәгә тоттороп, ҡайтарым һораған. Шунан һуң тағы ла бер биш меңлекте ваҡлап биреүен үтенгән.
Пенсионер "яҡшы кеше"нең үтенесен кире ҡағырға ҡыймаған.
Ир сығып киткәс кенә купюраларҙың "приколдар банкы" банкнотаһы булыуын күргән.
Әлеге ваҡытта аферисты эҙләйҙәр.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.