Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус менән сирләү осраҡтары йышыраҡ күҙәтелгән райондар буйынса мәғлүмәтте яңыртты. Статистикаға яраҡлы, Өфө ҡалаһы сирлеләр һаны буйынса лидер булып ҡала. Бөгөнгө көнгә баш ҡалабыҙҙа коронавирус менән сирлеләр 4659 кеше.
Икенсе урында Туймазы районы. Бында барлығы 678 сирле теркәлгән. Артабан сирлеләр һаны буйынса Бәләбәй районы (547), Нефтекама ҡалаһы (540), Салауат ҡалаһы (495) һәм Стәрлемаҡ ҡалаһы (465) килә.
Иң аҙ сирлеләр Йылайырҙа һәм Межгорьела – дүрт һәм өс пациент.
Әйтергә кәрәк, һуңғы тәүлектә сирлеләр һаны иң күбе Мәләүез районында артҡан – 26, кешегә коронавирус диагнозы ҡуйғандар. Тағы 16 кеше Туймазы районында, 15 кеше Өфөлә “тажлы зәхмәт” йоҡторған.
Һуңғы тәүлек эсендә республикала 113 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған.