Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында республикала ҡасан коронавирустың таралыуы кәмей башлаясағы тураһындағы прогноз менән бүлештеләр. Был хвҡта Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау һәм социаль сәйәсәт буйынса комитеты ултырышында хәбәр ителде.
Ҡоролтай председателе урынбаҫары Эльвира Айытҡолованың һүҙҙәре буйынса, декабрь уртаһына тикоем сирләүселәр һаны артасаҡ әле. Киләһе йылдың апрель айында ғына тажзәхмәттең бер аҙ сигенеүе көтөлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 11 ноябрҙә, коронавирус менән сирләүселәр һаны 11 871 кешегә етте.