+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2020, 06:25
Экспортлауға өйрәтеүсе дәрес ойошторола
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты эшҡыуарҙар өсөн "экспорт ликбезы" үткәрә.
Сара 13 ноябргә күҙалланған. Ул видеоконференция рәүешендә буласаҡ. Теркәлергә генә кәрәк.
Дәүләт комитеты етәксеһе Маргарита Болычева белдереүенсә, беҙҙә эшҡыуарҙарға 38 төр ярҙам бар. Улар - мәғлүмәти-консультация хеҙмәттәре һәм аҡсалата субсидиялар.
Шулай ҙа дәүләт булышлығын файҙаланыу тураһында бизнесмендарҙың һәр береһе белмәй. Был ликбез-дәрес тап шуның өсөн уҙғарыла ла инде. Республиканың продукцияларын ситкә һатыусыларына ла ярҙам бар.
"Экспорт ликбезы"нда ҡатнашыу өсөн түбәндәге адресҡа мәғлүмәт ебәрергә кәрәк:
Akhmadullina.KN@bashkortostan.ru
( ойошма ИНН-ы, атамаһы, исем-фамилия, телефондар).
Беләһегеҙ, Рәсәйҙә "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Был саралар уның маҡсаттарына өлгәшеү өсөн уҙғарыла.
Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты сайтынан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"