Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2020, 18:43

"Башҡорт баҡыры" хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлеген хәстәрләй

Ойошма эшселәренең 81 проценты киҙеүгә ҡаршы вакцина яһатҡан.

Күп йыллыҡ тәжрибәләр күрһәтеүенсә, киҙеүҙгә ҡаршы прививка яһатыу сирләү кимәлен уртаса бер ярым, дауаханаға ятыу ихтималлығын ике тапҡырға кәметә. Шулай уҡ ауыр эҙемтәләр барлыҡҡа килеүен һәм үлем осраҡтарын да иҫкәртә. Әммә алдағы йылдар менән айырмалы, быйыл вакциналарға бер аҙ дефицит күҙәтелә. Проблеманы хәл итеү маҡсатында ошо көндәрҙә республикаға киҙеүгә ҡаршы 10 мең доза "Совигрипп" вакцинаһы алынған.
"Башҡорт баҡыры" предприятиеһы иһә 700 доза "Гриппол плюс" һәм "Совигрипп" вакциналары алынған. Уларҙың дөйөм хаҡы - 149 мең һум. Компанияла киҙеүгә ҡаршы вакцинация саралары сентябрь айында башланған. Предприятиела барлығы 845 кеше эшләй, улар менән вакцинацияның мөһимлеге тураһында аңлатыу эштәре алып барылған. 31 октябргә ҡарата 685 кеше прививка яһатҡан, был компания хеҙмәткәрҙәренең дөйөм һанынан 81% тәшкил итә. Ҡалған хеҙмәткәрҙәргә табип ҡушыуы буйынса, вакцина алыу тыйылған. Сағыштырыу өсөн, уҙған йылда предприятиела үткәрелгән вакцинация 40-50% тәшкил иткән. Хәҙерге ваҡытта предприятиела ауырыусылар юҡ. Вахтаға эшкә сығыу алдынан предприятие иҫәбенә хеҙмәткәрҙәр мотлаҡ Сovid-19-ға тест бирә. Майҙан алып октябргә тиклем 5,5 миллион һумға 2 265 тест эшләнгән.

Предприятие етәкселәре әйтеүенсә, сирҙе иҫкәртеүсе саралар хеҙмәткәрҙәр сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тимәк, компания иҡтисадында ла яҡшы үҫеш көтөлә.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас